Ҡарлыман мәҙәниәт йортонда “Сәскәләр-матурлыҡ биҙәге!” исемле кисә үтте. Матур итеп кейенгән ҡатын ҡыҙҙар күҙ яуын алырҙай гөлләмәләр алып килделәр. Һәр кем үҙ букетына исем ҡушты. “Мәңгелек ут.”, “Ҡатын ҡыҙ бәхете.”, “Ассорти.” һәм бик күп матур исемдәр бар ине . Алдан иғлан ителгән фотоконкурстарға йомғаҡ яһалды. Кисә матур йырҙар, уйындар менән үрелеп барҙы.