Бөгөн ҙур байрам – Белем көнө. Ҡарлыман мәктәбендә тантаналы сарала ҡатнаштым. Шәриф Бикҡол балалар матбуғаты етәксеһе булараҡ, Белем көнөн юғары баһалай ине. Музейға саҡырып, балаларға экскурсия үткәрҙем,бүләктәр бирҙем, фотоға төштөк.
Яңы уҡыу йылы матур, тыныс, әүҙем үтһен!