Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөгөн, 27 август, Рәсәй киноһы көнө. Ошо датаны Ш. Бикҡолдоң романы буйынса төшөрөлгән нәфис фильмды ҡарап билдәләнек. Фильм Ҡарлыман ауылында 2001 йылда төшөрөлгән. Башдрамтеатр актёрҙары ҡатнаша.Сценарийын Шәриф Бикҡол үҙе әҙерләгән. Музейҙа уның күсермәһе һаҡлана.
Кино көнөнә бағышлап, Фәрғәт Ҡотлобаевтың шиғырын да уҡыныҡ.

ҺАҒЫНДЫРА…

Аға кино таҫмаһылай
Күҙ алдынан үткәндәр.
Уйлап,уйылып китерһең
Хәтер – йомғаҡ һүткәндә.

Кино,тиһәң,хәтерләтә
Кино ҡараған саҡтар:
“Зәңгәр”экрандарҙан түгел,
Клубта,ҡараңғылыҡта.

Сихри нурҙар төшә ине
Алдағы аҡ сепрәккә.
Экрандағы кисерештәр
Үтә ине йөрәккә.

Чапай менән атакаға
“Ура!”ҡысҡырып барҙыҡ.
“Беҙҙекеләр”менән бергә
Дошманды тотоп ярҙыҡ.

Һындарыбыҙ ҡатып көлдөк
Чаплиндың шуҡлығынан.
Үкендек, фашист килгәндә,
Автомат юҡлығына.

Сая индеецтар кеүек
Сапҡы килде аттарҙа.
“Тимур командаһы”булып
Ярҙам иттек ҡарттарға.

Онотола ине шул саҡ
Ҡыштың да һалҡынлығы,
Дуҫтарымдың шаянлығы,
Эскәмйәнең ҡаҡлығы.

Һинд фильмынан ҡайта ине
Ололар илап хатта:
Туй менән тамамланһа ла,
Белһәләр ҙә шул хаҡта.

Бәләкәй генә ағас клуб
Ҙур һарай ише ине,
Ә йыйылған халыҡ,гүйә,
Бер туған кеше ине.

Бер үк ине кисерештәр,
Уйҙар ҙа булды уртаҡ.
Яҡшыны яҡшы тип күрҙек,
Насарҙы белдек ныҡлап.

Илһөйәрлек,рух ныҡлығын
Бирҙе кино ул ваҡыт.
Өйрәтте тоғро булырға,
Белергә дуҫлыҡ хаҡын.

Кино өндәне яҡшыға,
Ямандан ҡалды йолоп.
Шул замандан киләлер ҙә
Беҙҙең быуында холоҡ.

Кинола осрашты йәштәр,
Ҡараңғы – улар дуҫы,
Ҡолаҡта – һөйөү һүҙҙәре,
Уста – йәреңдең усы.

Булған бит үҙе бер ғүмер
Шул кино ҡарауҙары.
Ҡарап бөткәс тә кискеһен
Уйындар ҡороуҙары…

Үҙгәрҙе инде замандар,
Бөттө элекке ғәҙәт.
Сырҡылдамай әүәлгесә
Артта киноаппарат.

Кино ҡарау юҡ йыйылып,
Һүнде илаһи нурҙар.
Һәр кем үҙ өйөндә фильм
Ҡарай телевизорҙан.

Яманламайым бөгөндө:
Иҫ китмәле ынтылыш…
Тик йомолдоҡ өңөбөҙҙә,
Алдаҡ менән йән тыныс.

Шуға килә тик бер мәлгә
Үткәндәргә ҡайтаһы,
Һағындыра бала саҡтың
Ҡара – аҡлы киноһы…
Фәрғәт Ҡотлобаев

Бала саҡта тыуған ауылым Ҡарлымандың ағас клубында кино ҡарау үҙе байрам ине беҙҙең өсөн. Ул саҡтар киномеханик Мортаза бабай Исхаков менән бәйләнгән.Бала-сағалар өсөн ул ҙур “авторитет” ине. Үҙ ҡулдары менән магазин янына һәм клуб ишегенә иғлан яҙып элгән көн беҙҙең өсөн шатлыҡ инде. Үтә һалҡын ҡыш көндәрендә ҡайсаҡ ток бирә торған двигателде ҡыҙҙыра алмаһалар, иларҙай булып таралыша инек. Билет хаҡы биш тин,уҡымаған балалар бушлай инә ине киноға. Бөйөк Ватан һуғышы уҙаманы Мортаза бабай һуңынан башҡа эштәрҙә әүҙем эшләп йөрөнө,балалар араһында үҙенең һуғыш йылдары кисерештәре тураһында һөйләне, тәрбиә бирҙе. Урыны ожмахта булһын!
Ә инде йәшлек йылдарында кино ҡарау Әлфәт Әминев менән бәйле. Оҙаҡ ҡына эшләне һәм уның ваҡытында әкренләп клубта кино ҡуйыуҙар туҡталды.Сөнки барыһында ла телевизор, видеомагнитофондар булып китте.
Фотоларҙа Мортаза Исхаков.