Бөгөн Һәүәләй ауылының мәҙәниәт йортонда күркәм сара үтте. Ул башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм көнкүрешенә арналды.
Халҡыбыҙҙың борон-борондан йәшәп килгән кәсептәре, көнкүреш үҙенсәлектәре, аш-һыу оҫталығы буйынса әҙерләнгән күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре барлыҡ ҡунаҡтарҙы үҙенә йәлеп итте.
Артабан сәхнә түрендә сығыш яһаусы районыбыҙ таланттарының йыр-моңон тыңлап, дәртле бейеүҙәрен ҡарап, күңелдәребеҙҙе рухи аҙыҡ менән байыттыҡ.
Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортоноң мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балаҫ һуғыу, септә үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә, милли биҙәүестәрҙән торған күргәҙмәләрҙә, сәхнәлә “Бөрлөгән” фольклор төркөмө, Илдар Хәсәновтың йыры концерт программаһын биҙәп барҙы.