9 август Бөтә донъяның ерле халыҡтары көнө. Һәр ерҙә, һәр илдә үҙенсәлекле мәҙәниәте, теле, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, аш-һыуы, кейемдәре булған милләттәр йәшәй. Үткән йыл Фольклориада сиктәрендә беҙ үҙебеҙҙең күҙҙәребеҙ менән күрҙек һәм аралаштыҡ төрлө ҡитғаларҙан килгән ҡунаҡтар менән.
Ш. Бикҡолдың ижадында дуҫлыҡ, теләктәшлек темаһы айырым урын алған.
“Ҡул бирәбеҙ”, тигән шиғырында ул:
“Йөҙөбөҙҙә ихлас нур балҡытып,
Ер шарының барса халҡына :
-Дуҫ йәшәйек!-тибеҙ, ҡул бирәбеҙ,
Имен киләсәктәр хаҡына.
Күңелебеҙ иркен, кисәгенән
ҡоласыбыҙ бөгөн— киңерәк ;
Ҡитғаларҙың ҡайһыһына баҡма-
Дошмандарҙан дуҫтар күберәк!
… Күрһен бөгөн,кисә күрмәгәндәр,
Белһен бөгөн,кисә белмәгән:
“Дуҫ йәшәйек!”- тибеҙ,
ҡул бирәбеҙ…
Көсһөҙлөктән түгел был мәгәр!”, тип
яҙҙы. ХХ быуаттың етмешенсе йылдары аҙағында яҙған шиғыр әлеге ваҡыттағы донъяла барған ваҡиғаларға ауаздаш һәм актуаль яңғырай.
Донъялар имен булһын, нацизм дөмөкһөн, тик дуҫлыҡ батшалыҡ итһен планетала!