Ауылдарҙа уҙғарылған байрамдар уның матурланыуына булышлыҡ итә, туғандар, дуҫтар осрашыуға бер форсат булып тора. Яңы Бишауыл ауылында уҙғарылған ” Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ла ана шундай маҡсаттарға иреште. Яңы Бишауыл – Таҡтағаш ауылының шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән ине: Муниципаль район Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса урынбаҫары Исламов Рәсил Ғаяз улы; журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы, “Табын ырыуҙары” йәмәғәт ойошмаһы Советы идараһы рәйесе Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев; Рәсәй федерацияһының һәм Башҡортостан республикаһының журналистар союзы ағзаһы, Ҡырмыҫҡалы районы Табын ырыуының ҡор башы Ҡотлобаев Фәрғәт Фәрит улы. Ҡунаҡтар байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙеләр, Фәрғәт Фәрит улы үҙенең Таҡтағошҡа арнап яҙған шиғыры менән дә таныштырып үтте.
Байрамда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир- аттарыбыҙҙың булыуы байрамға икеләтә шатлыҡ өҫтәне. Ҡунаҡтарҙы “Бөрлөгән” фольклор ансамбле таҡмаҡтар менән ҡаршы алды.
Ямғыр булыуына ҡарамаҫтан, байрам бик сағыу булды. Халыҡ усаҡта бешкән аш-һыу, самауыр сәйе менән генә һыйланып ҡалманы, матур концерт программаһына бейеп тә алды. Хафиза Галина, Гөләйшә Мифтахова, Раиль Гильманов, Ильдар Хәсәнов, Гүзәл Ғәлиуллина, “Умырзая” вокал төркөмөнөң йырҙары ҡунаҡтарға хуш килде. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзифа Исҡужина , Буранбай Туҡтағоловтарҙың концерты Таҡтағош ауылының халҡына ҙур күстәнәс булды.
Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин ошо байрамды үткәреүгә ҙур көс һалған кешеләрҙе, ауылдың ололарын, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүсе һәм быйыл юбилейҙары булыусы ғаиләләрҙе, юбилярҙарҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-аттарыбыҙҙы тәбрикләп китте.
Шулай уҡ был көндө уйын майҙансыҡтары эшләне.
Шундай байрамдар барында ауыл тормошо һүнмәҫ, туғанлыҡ ептәре өҙөлмәҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ.