Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә егеттәрҙе Рәсәй армияһы сафтарына оҙатып ҡалыу- изге традицияға әйләнеп китте.
Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе Ильмир һәм Миләүшә Иҫәнғоловтарҙың улы Илназға ауыл биләмәһе хакимиәте Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубы мәҙәни ойоштороусылары йылы теләктәрен еткерҙе. Беренсе кәрәк- яраҡтар, тыуған яғы тартып торһон өсөн уның тупрағы тапшырылды. Илдар Хәсәнов үҙенең йыры һәм таҡмаҡтары менән дәртләндереп тә ебәрҙе.
Буласаҡ һалдатыбыҙ илебеҙ алдындағы изге бурысын иҫән – һау тапшырып, ата-әсәһе, туғандары янына әйләнеп ҡайтһын!