Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләгән осорҙа яҡташыбыҙ, күренекле шағир Шәриф Бикҡолдың Башҡортостан матбуғаты һәм журналистикаһына индергән ҙур өлөшө тураһында әйтмәй мөмкин түгел. Ваҡытында ул “Пионер” журналына мөхәррирлек иткәндә”, “Башҡортостан пионеры”гәзитен ойоштора һәм етәкселек итә. Ул йылдарҙа ошо баҫмалар балаларҙың да, ата- әсәләрҙең дә яратҡан баҫмаларына әйләнә. Бик ҙур тираж менән таралалар улар. Бөтә республика алдыра һәм тарата, мәҡәләләр яҙа, хәбәрҙәр ебәрә. Күп балалар ошо баҫмалар аша тәрбиәләнә, ҙур тормошҡа юллама ала.
Форсаттан файҙаланып, районыбыҙ журналистарын, гәзит һәм телевидение хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ижади уңыштар теләйбеҙ!