Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Ҡарлыман ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, библиотекарь Өмөтбаева Раушания менән берлектә “Кәкүк сәйе” йыйынын уткәрҙе. Йыйын Ҡарлыман йылғаһы буйында, йәмле ерҙә үтте. Байрамда ауылыбыҙҙың уңған апай-еңгәләре ҡатнашты. “Кәкүк сәйе”-фольклор этник йолаға инә. Яҙҙан йәйгә күскән ваҡытта яланға сығып йыр, бейеү менән байрам иткәндәр. Матур йырҙар йырлап, уйындар уйнап, таҡмаҡтар әйтеп бейеүҙәр менән бергә килтерелгән күстәнәстәр менән тәмле самауыр сәйе эсеп үтеп китте йыйыныбыҙ. Ҙур рәхмәт Һеҙгә апайҙар.