Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Сираттағы «Табынфест- 2024» Табын ырыуы башҡорт йәштәре фестивале үтте. Быйыл ул Ауырғазы районы Һабантуйы менән ҡушылып барҙы.Үҙемдең коллегалар менән делегациялағы йәштәргә ярҙам итеп, фольклор төркөмөндә булдым, тирмә биҙәнек, аштар бешерҙек, ҡунаҡтар ҡабул иттек.
Талбазы иртән иртүк ямғыр ҡойоп ҡаршыланы. Шуға ҡарамаҫтан, әҙерләндек, байрамдың башланғыс өлөшөндә ҡатнаштыҡ, йәштәребеҙҙе ярыш-конкурстарға оҙатып, еңеү теләнек. Аллаға шөкөр, гел призлы урындар яуланды! «Табынфест»
эстафетаһы Дәүләкән районына тапшырылды. Тимәк, киләһе йыл унда гөрләтербеҙ!