Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Шәриф Бикҡол исемендәге күргәҙмә залына үҙенең талибәләре менән Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев килеп китте. Улар ауылдарҙа төрлө тарихи мәғлүмәттәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар өйрәнеү өсөн районға килделәр. Беҙгә тиклем бер ни ваҡыт элегерәк улар Ибраһим ауылында М. Өмөтбаевтың музейында булғандар, мәшһүр мәғрифәтсенең ҡәберенә зыярат ҡылғандар.
Ә бында Ш. Бикҡолдың тормошо, ижады менән таныштылар, ике оло кеше менән осрашып, ауылыбыҙҙың тарихы, элекке йыр, таҡмаҡтар, башҡа мәғлүмәттәр алдылар.
Зәки Әлибаев ике талибәһе менән Иҫке Бәпес ауылында ла эшләп килде.