Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

1 июндә Тауһеңер яланында район һабантуйы гөрләп үтте.

Йылдағыса Иҫке Бәпеслеләр һабантуй байрамының уртаһында булдылар.

Ҡунактарҙы ҡаршы алыуҙа,  Иҫке Муса, Иҫке Бәпес, Ҡамышлы ауыл биләмәләре тарафынан әҙерлангән башҡорт тирмәһен йыһазландырыу: ҡул тирмәнендә бойҙай тартырыу, балаҫ һуғыу, умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ, септә үреү буйынса оҫталыҡ курһәтеү, башҡорт халҡының конкүреш әйберҙәренән, ҡошсолоҡ, милли биҙәүестәрҙән, милли ризыҡтарҙан торған табындан әҙерләнгән күргәҙмәләр, файҙалы үләндәрҙан әҙерләнгән сәй өҫтәле, Радик Талипов исемендәге хәрби- патриотик клуб етәксеһе Рамазан Шаймарҙановтың раскопкаларҙан алып ҡайтҡан экспонаттарҙан торған күргәҙмәһе, Асҡар Ишберҙиндың аттар сабып барғанда уҡ атыуҙарын, Рәфис Ғафаровтың ат сабышы ярышында ҡатнашып икенсе урын алыуы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Мәҙани ойоштороусылар прологта, һабантуй барышын сәхнәләләштереү тамашаһында ҡатнаштылар.

Афариндар Иҫке Бәпеслеләр!!!!