Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Ҡырмыҫҡалы ере билдәле шәхестәргә бай. 28 май шағир- фронтовик Шәриф Биҡҡолдоң тыуына 100 йыл тула. Шуға арнап бөгөн танып белеү сәғәте уҙғарылды. Өлкән мәҙәни ойоштороусы Ғаффарова Г.Т. әңгәмәне уҡыусыларҙан билдәле шәхестәрҙең исемдәрен һорау менән башланы. Һуңынан Ш.Биҡҡолдоң биографияһы, ижады менән таныштырҙы. Шағирҙың тыуған ере Ҡарламан ауылында үткән ҙур матур сара, унда ниндәй күркәм ҡунаҡтар килеүе тураһында ла һөйләп үтте ул.