Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Ҡарлыман ауылында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Табын иленең уҙаманы, РСФСР ҙың һәм БАССР -ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы, Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Бикҡолдоң тыуыуына 100 тулыуға арналған тантаналы саралар үтте. Унда яҙыусылар, тыуғандары, ауылдаштары ҡатнашты. Сара Ш. Бикҡолдоң ҡәберенә зыярат ҡылыу менән башланды. Йыйылыусылр шағирҙың йорт-музейын ҡараны, уның тормош һәм ижад юлы менән танышты. Аҙаҡ саф һауала хәтер кисәһе үтте, эстәлекле концерт күрһәтелде. Сараны ойоштороуға ҙур көс һалған район хакимиәтенә, ауыл советы биләмәһенә,  районыбыззың мәҙәниәт һарайы һәм Һәүәләй, Бишауыл-Уңғар, Ибраһим, Иҫке Муса, Олокүл, Алайғыр, Иҫке Бәпес ауылдарына килгән мәҙәниәт, урындағы мәктәп  хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!