#Ғаиләйылы2024
#ГодСемьи2024
Бөгөн бар донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ғаилә – ул кеше үҙе тыуҙыра лаған иң ҙур бәхет. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡ. Ул – бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа. Йорттарығыҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын, яҡындарығыҙ ышаныслы терәк булһын, мөхәббәт йылыһы һүрелмәһен. Ғаиләләрегеҙҙең сәскә атыуын, татыу һәм берҙәм булыуын теләйбеҙ! Именлек һәм изгелек һеҙгә!
Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортонда Ғаилә көнөнә арналған “Ғаиләм-ҡәлғәм” тип исемлангән танып белеү сәғәте уткәрелде. Балаларға бөгөнгө көндөң тарихы, ғаилә ҡиммәттәре, үҙ-ара аңлашыусанлыҡтар тураһында һөйләп, аңлатып утелде.
Һеҙҙең иғтибарға Ф. Абдуллинаның “Ғаиләм – ҡәлғәм” тигән шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Ғаиләм – ҡәлғәм.
Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!
Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!
Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!
Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм.
Фирүзә Абдуллина.