22 июнь… Левитандың телмәре… шул ваҡыттарға сорнап башланды Еңеү байрамына арналған концерт. “Умырзая” вокал ансамбле “Үлемһеҙ полк” йырын башҡарып, тамашасыларҙы уйға һалһа, мәғариф уҙаманы Мәрүәр Ишморатова тарафынан Еңеүгә бағышланған шиғыры көслө алҡыштарға күмелде.
Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусылары тарафынан күрһәтелгән монтаж бик эстәлекле булды.
Бөйөк Еңеү тыл ветерандары ярҙамы менән дә яҡынайтылды, колхоз баҫыуҙары эшсәндәре тураһындағы “Һайрай былбыл” йыры менән Ильдар Хәсәнов һәм Раиль Ғилманов тамашасыларға хуш килде.
Рафаэль Сафин ижад иткән “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын башҡарып, Венера Ғаффарова барыһының да күҙҙәрен йәшләндерҙе.
Махсус хәрби операция тураһында әҙерләнгән тамашаны, Илдар Хәсәновтың “Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын”, Раиль Ғилмановтың “Ҡайтыу”, Фидәлиә Ирмәкованың “Матушка- Земля йырын тамашасылар ныҡ яратты.
Барыһын да Еңеү байрамы менән ҡотлайбыҙ! Аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!