Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Еңеү яҙының 79- йыллығына арналған митинг үтте бөгөн Еңеү паркында.
Тантана Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы һәм Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсил Ғаяз улы тарафынан обелискыға сәскәләр һалыу менән башланды. Радик Талипов исемендәге хәрби – патриотик клуб ағзалары гирлянда, ҡунаҡтар сәскәләр һалғандан һуң һуғыш яландарында мәрхүм булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Митинг асыҡ тип иғлан ителгәс,
ауылдаштар алдында Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин, Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсил Ғаяз улы Исламов, Р.Талипов исемендәге хәрби – патриотик клуб етәксеһе Рамазан Раян улы Шаймарҙанов, Афған һуғышы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы майор Әнүр Әмир улы Хәлитов телмәр тоттолар. “Нур” мәсетенең имам хатибы Рәфил хәҙрәт әрәуахтар рухына һәм ил тыныслығына арнап аят уҡып үтте. Митинг тамамланғас, “Һалдат бутҡаһы”нан ауыҙ иттеләр барыһы ла.