Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Ҡарлыман ауылында Еңеү байрамы тантаналы рәүештә үтте. Еңеү Паркында хеҙмәт ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Иртәнге сәғәттәрҙән үк илһөйәрлек йырҙары, музыка яңғырап торҙо. Йыйылыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы ауыл советы рәйесе Айрат Әсҡәт улы Хоҙайҙатов, һуғыш балалары исеменән Фиҙат Юнысов ҡотланы. Мәктәп уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Митингта ҡатнашыусылар яугирҙәрҙең исемдәре уйылған таҡтаташтар алдына сәскәләр һалдылар, бер минутлыҡ тынлыҡ менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм мәрхүм булған һуғыш ветерандарын, махсус хәрби әмәлиәттә һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар.