Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

2 апрель – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.

Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Ул 1967 йылдың 2 апреленән билдәләнә.

Ошо уңайҙан балалар өсөн “Яҙыусылыр кескәйҙәргә” тип аталған әҙәби сәғәт уҙғарылды.  Балаларҙы  улар  өсөн яҙылған китаптар, яҙыусылыр тураһында таныштырып кителде.

Филология фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипова – билдәле башҡорт балалар яҙыусыһы. Уның кескәйҙәр өсөн яҙған шиғырҙары рус, татар, яҡут телдәренә тәржемә ителгәндәр. Улар балалар өсөн сығарылған дәреслектәрҙә, журналдарҙа донъя күргәндәр.  Балалар үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙарҙы һайлап  уҡып ишеттерҙеләр.