Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

1927 йылдан алып беҙҙең илдә 1 апрелдә Ҡоштар көнө билдәләнә.

Ҡош – ул ер йөҙөндәге иң изге йән эйәһе. Сөнки ҡоштар беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме һәм тәбиғәтебеҙҙең матур бер күренеше. Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған. Улар һымаҡ бейектә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Шуға ла халыҡ араһында оҫта йырсыны – һандуғас, ҡыйыу көрәшсене – бөркөт, һылыу ҡыҙҙарҙы – ҡарлуғастар менән тиңләйҙәр, хатта һөйгән йәрҙәренә күптәр аҡҡошом тип өндәшәләр.

Иҫке Бапес күп тармаҡлы ауыл клубында ҡоштар көнөнә арналған “Беҙҙең яҡтың ҡоштары” тип исемләнгән танып белеү сәғәте үткәрелде. Мәҙәни ойоштороусы Ғаффарова Г.Т. балаларға Башҡортостанда ҡышлаусы һәм яҙ көнө йылы яҡтан осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләне.

Ҡоштарҙың да төрлөләре була: бәләкәйе – ҙуры, оҙон суҡышлы – бәләкәй суҡышлы, төрлө төҫлө, төрлө тауышлы һ.б. Беҙҙең яҡта тумыртҡалар, турғайҙар, сыйырсыҡтар, һандуғастар, һайыҫҡандар, ҡарсығалар һәм бөркөттәр бик йыш осрайҙар. Һәр ҡоштоң үҙ үҙенсәлектәре, яҡшы сифаттары бар. Ҡоштарҙың һәммәһе лә тәбиғәткә бик ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ беҙҙең үҙебеҙҙең дә бер көнөбөҙҙө лә ҡоштарһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Йыл һайын беҙ уларҙың йылы яҡтарҙан ҡышлап ҡайтыуҙарын һағынып көтөп алабыҙ. Ә уларҙың һайрауы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге тынмаҫ матур моң булып ағыла. Һәр саҡ тиерлек ҡоштар беҙгә бик ныҡ ярҙам итә. Шулай ҙа халыҡтан да ҡоштар зыян күрә. Ә иң мөһиме ҡоштар ҙа тормоштоң йәмен тоя, күрә, һиҙә белә. Осоп йөрөп тирә-яҡты күҙәтә, тыңлай, һоҡлана.

Ҡоштар тәбиғәтте матурлап ғына ҡалмай, кешеләргә лә ҙур файҙа килтерә. Әгәр ҙә беҙ илебеҙҙәге бөжәк ашаусы ҡоштарҙы: тумыртҡаларҙы, сыйырсыҡтарҙы, ҡарабаш турғайҙарҙы һаҡлаһаҡ, урман һәм баҡсаларыбыҙ ҡоротҡос бөжәктәрҙән зарар күрмәҫ ине.

Ҡәҙерле дуҫтар, ҡош ояларын туҙҙырмайыҡ һәм уларҙы ҡурҡытмайыҡ!