Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында Бөтә донъя шиғриәт көнө айҡанлы бик матур сара үтте.«Табын иле-илһам иле» исемле шиғриәт конкурсына йомғаҡ яһалды. Архангел, Ғәфүри, Ҡырмыҫҡалы райондарынан 30-лап һәүәҫкәр шағир ҡатнашҡан. Өфөнән мәртәбәле жюри ағзалары Нияз Сәлимов, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Клара Әғлиуллиналар килделәр. Улар конкурс йомғаҡтарын иғлан иттеләр һәм еңеүселәрҙе дипломдар менән бүләкләнеләр.Беренсе урынды Фәрғәт Ҡотлобаев яуланы. Икенсе , өсөнсө урындарҙы Архангел һәм Ғафури райондары вәкилдәре алды. Конкурста ҡатнашҡандар барыһы ла дипломдар менән бүләкләнде.Бөтә шағирҙарҙың ижад емештәре китапта баҫылды. Тағы ла мөһим ваҡиға-конкурсҡа ошо сараны уйлап, тәүбашлап үткәргән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, ғалим, өс йыл элек вафат булған Тимерғәле Килмөхәмәтовтың исеме бирелде.Әлеге сарала уның хәләл ефете Сажиҙә ханым ҡатнашты, тормош иптәшенең исемен мәңгеләштергәнгә рәхмәт белдерҙе, конкурста еңеүселәргә Тимерғәле Әбделғәлим улының китаптарын бүләк итте.
Бер нисә һәүәҫкәр шағир үҙҙәренең шиғырҙарын уҡынылар. Йыйылыусыларға Ғәлимә Тимерғазина, Фәрғәт Ҡотлобаев, Архангел районы вәкилдәре йырҙарын бүләк иттеләр.
Ғөмүмән, илһамлы, фәһемле, күңелдәргә йылы тойғолар ҡалдырған байрам булды.