Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө!

Бөтә илдәрҙең шағирҙары һәм шиғыр яратыусылары бөгөн Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй. Был байрамды ойоштороу тураһында ҡарар 1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында ҡабул ителә. Бөтә донъя шиғриәт көнө бәләкәй нәшриәттәргә үҙҙәре тураһында киң белдереү мөмкинлеген бирергә саҡырылған, сөнки күбеһенсә уларҙың көсө менән заман шағирҙарының ижады уҡыусыларға, тере яңғыраған шиғри һүҙ традицияһын тергеҙеүсе әҙәби клубтарға еткерелә. Байрам ойоштороп, ЮНЕСКО бөтә донъя киң мәғлүмәт сараларын поэзияның, кешеләргә асыҡ, ысын заманса сәнғәт булараҡ, позитив образдарын булдырыуға өндәй.
Иҫке Бәпес куп тармаҡлы ауыл клубында моделле китапхана менән берлектә шиғриәт көнөнә арналған “Шиғри шәлкемдәр” тип аталған шиғриәт сәғәте уҙғарылды. Уҡыусыларҙы яҡташ шағирҙарыбыҙ Ирек Кинйәбулатов, Барый Ноғоманов, Рәмзәнә Абуталипова, Фирүзә Абдуллиналарҙың ижады тураһында, китапханала эшләп килгән “Кәрәҙ” шиғри түңәрәге ағзаларының шиғырҙары менән таныштырып үттек.