Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

#2024Годсемьи

#2024Ғаиләйылы

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан бөгөн беҙҙә “Ултырайыҡ әле бөгөн кис!” исемле ял кисәһе уҙғарылды. Өс ғаилә төрлө конкурстарҙа ярышты. “Визит картаһы” конкурсында үҙҙәренең ғаиләһе менән матур һәм ҡыҙыҡлы итеп таныштырҙылар. “Йылы һүҙ- йән аҙығы” исемле конкурста бер- береһенә матур комплименттар әйтеп дәртләндереп ебәрҙеләр. “Бер һүҙһеҙ һин- иң- иңе ” тигән конкурста ҡатын- ҡыҙҙар ир- аттарҙың шөғөлдәрен бер һүҙһеҙ аңлата алдылар. Русса, башҡортса караоке йырҙарға йырлап күңел асып алдыҡ. “Мин- минлек” конкурсында ла һынатманылар уйында ҡатнашыусылар. Иң ҡыҙығы “Айырылғыһыҙ пар” уйыны булды: унда парҙар тиҙ арала открытка эшләп, “салат яһап”, “билмән эшләп”, мандарин таҙартып бер- береңде ашатып, шарҙарҙы төшөрмәй генә бейеп, был конкурсты ла бер- береһенән ҡалышмай үттеләр.

Ҡатнашыусы парҙарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Сәләмәтлек, ғаилә именлеге, балалар бәхете, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!