Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөгөн Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе халҡы өсөн бик мөһим ваҡиға булды. «Һаулыҡ һаҡлау «милли проектының» беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктының яңы бинаһы үҙ ишектәрен асты. Фельдшер-акушерлыҡ пункты коммуналь йыһазландырыу Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы бюджеты иҫәбенә башҡарылған. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы Сабиров Әлфир Фәрхәт улы, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге етәксеһе Танһыҡҡужина Альбина Ғүмәр ҡыҙы, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ғәлиев Азамат Әмирйән улы Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе халҡының шатлығын уртаҡлашырға килделәр. Үҙенең ғаиләһе, ауыл халҡы исеменән мәғариф уҙаманы Рәйфә Хөрмәт ҡыҙы Ғайсина фельдшер- акушерлыҡ пункты булдырыуға көс һалған, булышлыҡ иткән барыһына ла оло рәхмәтен белдерҙе, фельдшер Закира Закир ҡыҙы Абдуллинаға эшендә уңыштар, сәләмәтлек теләп телмәр тотто.

Был бинала эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәргә сәләмәтлек, уңыштар, ә ауыл халҡына тик профилактик яҡтан ғына бында булырға яҙһын ине!