Бөгөн танылған шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, бер – нисә шиғырҙар йыйынтығы һәм бик күп йырҙар авторы – Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллинаның күркәм ғүмер байрамы.
Ошо уңайҙан Иҫке Бәпес моделле ауыл китапханаһында шиғриәт кисәһе үткәрелде.
Фирүзә Абдуллинаның ижадын хөрмәт иткән шиғыр һөйөүселәр ауылдашыбыҙға изге теләктәрен еткереп, шиғырҙарын уҡынылар, йырҙарын йырланылар.
Шулай уҡ Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин шағирәгә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Фирүзә Абдуллинаның ижадына арналған ” Бәхетле булһын һәр кем!” тип исемләнгән күргәҙмә, кисәгә тағыла йәм өҫтәне.