Бөгөн бөтә донъя китап көнө. Ошо мәртәбәле ваҡиғаға арнап уҡыусылар менән “Шәриф Бикҡол китапҡа һәм уҡыуға һөйөү тураһында”,тигән темаға әңгәмә үткәрҙем.
Китап-белем шишмәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Балаларҙың заман шауҡымына эйәреп, төрлө гаджеттарға алданып, китап уҡыуҙы онотоуы аяныслы хәл. Шуға күрә беҙгә китап уҡыуға теләк булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләргә кәрәк.
Ә инде балаларға китап уҡыуҙың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләгәндән һуң, улар менән уҡып белгән әҙәби геройҙарҙы иҫкә төшөрҙөк һәм пластилинда һынландырҙыҡ.
Матур, фәһемле һөйләшеү булды!