Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Башҡортостандың беренсе һәм һуңғы Президенты Мортаза Рәхимовҡа бөгөн 90 йәш тулған булыр ине. Уның тураһында хәтирә халыҡ күңелендә мәңге йәшәйәсәк.
1993 йылда Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп тәғәйенләнә. Халыҡ уны өс тапҡыр Президент итеп һайлай. Башҡортостан Президенты вазифаһында республикабыҙға ул етәкселек иткән осорҙо тулы ышаныс менән “Президент Рәхимов дәүере” тип атарға мөмкин.
Иҫке Бәпес моделлы китапханаһында дөйөм белем биреү мәктәбе менән , Мортаза Рәхимовҡа арналған мәғлүмәт сәғәте үткәрелде. Мәҙәни ойоштороусы Гаффарова Г.Т уҡыусыларҙы тәүге президентыбыҙҙың биографияһы һәм эш дәүере, китапханасы Алимбекова А.А. Мортаза Рәхимовҡа арналған китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы.

Беҙҙең тәүге Президент төҙөргә, булдырырға яратты. Ул етәкселек иткән йылдарҙа, барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды. Халыҡтың һаулығын һаҡлау, күп балалы ғаиләләр һәм ветерандарға ярҙам итеү буйынса маҡсатлы ҙур эш алып барылды.
Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт киң үҫеш алды. Республикала “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы” кеүек яңы йолалар нығынды, “Ауыл көнө”, “Урам көнө” һымаҡ байрамдар абруй ҡаҙанды, уларҙы ойоштороу ҙа М.Ғ. Рәхимов етәкселек иткән дәүерҙә башланғайны.