Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөгөн автоклуб менән берлектә Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубының һәүәҫкәр артистары Яңы Бәпес, Яңы Бишауыл ауылдарына матур концерт программаһы менән юлланды. Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына тура килтереп һайланды репертуар ҙа. “Умырзая” вокал, “Бөрлөгән” фольклор ансамленең йырҙары тамашасыларға хуш килде. Илдар Хәсәнов башҡарыуында ауылдашыбыҙ Фирүзә Абдуллинаның шиғыры барыһын да уйға һалды, ә Дамир Ишембаевтың йырҙарына барыһы ла рәхәтләнеп дәртле итеп бейене.