Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөгөн буласаҡ студенттарыбыҙға ял кисәһе ойошторолдо. “90- сы йылғылар” һәм “Хужалар” командалары төрлө профессия кешеләре роленә инделәр бөгөнгө уйын программаһында. Хәҙерге быуын йәштәре заман менән бергә атлайҙар: яңы фирма директоры булып, уға исем ҡуштылар, яңы дарыуҙарға тышлыҡ эшләнеләр, яңы юл билдәләре уйлап сығарҙылар, һатыусы менән ныҡыш һатып алыусы һәм башҡалар булып уйыныбыҙҙа әүҙем ҡатнаштылар. Һуңғы бейеү конкурсында бер мәрәйгә уҙып “90- сы йылғылар” еңеп сыҡты.

Буласаҡ студенттарыбыҙға уҡыуҙарында уңыштар, имтихандарын яҡшы тапшырып үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеп, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булыуҙарын теләйбеҙ!