Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөгөн беҙгә яңылыҡтар еткереүсе, фәһемле мәҡәләләр менән уйландырыусы, ҡыҙыҡлы шәхестәр менән таныштырыусы, гәзит- журналдар һәм китаптар баҫып сығарыусы ижади күңелле, маҡсатлы холоҡло, үҙгәреүсән ысынбарлыҡта үҙ фекерҙәренә тоғро ҡала белгән кешеләрҙең һөнәри байрамы – Рәсәй матбуғаты көнө. Ошо тынғыһыҙ эште һайлаған бөтә кешеләрҙе ысын күңелдән ҡотлайым, һаулыҡ теләйем!
Байрамға арнап, “Шәриф Бикҡол-Башҡортостанда балалар матбуғатын ойоштороусы”, тигән темаға белем- өйрәнеү сәғәте үткәрҙем. Күргәҙмә залы фондында бик күп гәзит һәм журналдар тегелмәләре һаҡлана. Улар бик ҡыҙыҡлы, әллә күпме тарих уларҙа! Ниндәй матур, ябай, кешелекле замандар булған!