Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

14 декабрь- башҡорт теле көнө. Тап ошо көндә беҙҙә оло байрам- туй, ауылдашыбыҙ Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллинаның “Әсәйем һабаҡтары” китабы туйы үтте.  Ҡунаҡтар иғтибарына күп тармаҡлы ауыл клубының фойеһында шағирәнең һәм “Бөрлөгән” башҡорт фольклор коллективының ҡул эштәренән күргәҙмәләр әҙерләнгән ине. Тамашасы залында моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән шағирәнең китаптарынан, уның тураһында баҫылған матбуғат биттәре, Маҡтау ҡағыҙҙарынан күргәҙмә ,  шағирәнең тормош юлы тураһында матур бай презентация кисә барышын байытып торҙо.

Матур сараны Иҫке Бәпес күп тармаҡлыы ауыл клубында актив эшләп килгән “Умырзая” вокал ансамбле Ф.Абдуллина һүҙҙәренә , Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Ғәйфуллин көйөнә яҙылған “Иҫке Бәпес тиҙәр ауылымды” йыры менән асып ебәрҙеләр.

Бөгөнгө байрамға бик мәртәбәле, ҡәҙерле ҡунаҡтар йыйылған ине. Иң беренсе, әлбиттә, рухлы, зыялы, һүҙ сәнғәтенә битараф булмаған ауылдаштарыбыҙ! Шулай уҡ  Ҡырмыҫҡалы районының башҡорт ауылдарының башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылары, “Даирә” район гәзите хеҙмәткәрҙәре, Иҫке Бәпес урта мәктәбе коллективы. Мәртәбәле ҡунаҡтар:

Муниципаль район Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Иҫәнбаева Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы, алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ: – журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты, Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы- Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев ,

башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары  ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары- Әхмәр Ғүмәр улы  Үтәбаев,

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының журналистар союзы ағзаһы, Ҡырмыҫҡалы районы Табын ырыуының Ҡор башы Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаев, билдәле шағирә, “Ағиҙел”журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова килгән ине. Улар шағирәне ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙеләр, Ф.Абдуллинаның ижадына байҡау яһанылар.

Республика конкурстары лауреаты,  танылған йәш йырсы,”Малай малайы”- Илнур Ишембаев,

шағирәнең яҡташтары, Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһынан бер төркөм ҡунаҡтар:

педагог, композитор, музыкант һәм һәүәҫкәр йырсы, ҡурайсы,  халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре- Туйсин Рәмил Париж улы, ғалим-эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының  һәм Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы , профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре,үҙешмәкәр композитор-     Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы, Халыҡ-ара һәм Республика вокал конкурстары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты  –   Рауил Ғүмәр улы  Харрасов, йырсы- музыкант, композитор- Азат Исҡужин байрам кисәһен шағирәнең шиғырҙарына яҙылған йырҙар менән биҙәнеләр.

Һәр уҡыусыға яҡын, күңелгә ятышлы шиғырҙары менән Фирүзә апай тамашасыларҙы бер көлдөрҙө берсә илатты, берсә уйға ҡалдырҙы.

Ф.Абдуллинаның 130 самаһы шиғырына йырҙар яҙылған. Шуныһы шатлыҡлы:  көйҙәрен үҙебеҙҙең ауыл башлығы А.Ғәйфуллин, ҡасандыр ауыл клубында эшләгән Ф.Көҫәпҡолов яҙған. Шундайҙарҙан Р.Гильманов башҡарыуында “Тыуған йорттоң ҡапҡаһы”, И.Хәсәновтың башҡарыуында “Бәпесем” йырҙары.

Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубында эшләп килгән «Бөрлөгән» башҡорт фольклор ансамбленең репертуарында ла Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары бар. 2023 йылда Нуриман районында уҙғарылған «Кәкүк сәйе»

V республика этно-фестивалендә шағирәбеҙ ижад иткән «Кәкүк сәйе» шиғырына һалынған йыр менән йола күрһәтеп, диплом һәм махсус призға лайыҡлы булды “Бөрлөгән” коллективы. Шағирәбеҙҙең тағы бер ижад емеше-  “Бесәнсе таҡмаҡтары” менән «Бөрлөгән» фольклор  ансамбле барлыҡ тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы, шулай уҡ һәр береһе үҙенең күңеленә ятҡан шиғырҙарын да һөйләнеләр.

Фирүзә Абдуллинаны ҡотларға үҙе эшләп хаҡлы ялға туҡтаған Иҫке Бәпес мәктәбе коллективы  һәм уҡыусылары ла сәхнәгә күтәрелеп, шағирә ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттереп  һәм изге теләктәрен еткерҙе.

Кисәлә шулай уҡ мәғариф уҙаманы Мәрүәр Ишморатова, туғандары исеменән оло еңгәһе Ғәлиә Мәхмүт ҡыҙы сығыш яһаны. Ауылдан “Күрше хаҡы- тәңре хаҡы” шиғырын Физәлиә Абдуллина, “Һике” шиғырын  Ильдар Хәсәнов һөйләп ишеттерҙеләр.

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы шағирә генә түгел, талантлы педагог та, синыф етәкселәре булған Зәлиә Ғаффарова һәм Гөлназ Хәәсәновалар ҙа рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, йылы теләктәрен еткерҙе.

Яратҡан шағирәбеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге,бәхетле тормош, ижади уңыштар, беҙҙе- уҡыусыларын үҙенең матур, бай, эстәлекле, тәрән мәғәнәле шиғырҙары менән артабан да шатландырып тороуын теләйбеҙ!

з