Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Ҡарлыман ауылы мәктәбендә һәм Ш.Бикҡол исемендәге күргәҙмә залында яҡташ яҙыусылар менән осрашыу булды. Был сара Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар берлеге тарафынан иғлан ителгән “Тормошта китап менән” исемле акция эстәрендә үткәрелде. Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина етәкселегендә осрашыуға Дилә Булгакова, Фәнзил Санъяров, Рәмил Сурағол, Риф Йөҙлөкбаев килде.Уларҙы мәктәптә йылы ҡаршыланылар.Ҡунаҡтар үҙҙәренең ижади эштәре менән таныштырҙылар,шиғырҙар уҡынылар, тыуған телде белергә,өйрәнергә өндәнеләр. Ауылда йәшәүсе шағир Фәрғәт Ҡотлобаев ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләп, үҙенең яңы шиғырҙарын ишеттерҙе. Осрашыу һуңында яҙыусылар мәктәпкә яңы китаптар бүләк иттеләр һәм үҙҙәренең автографтарын ҡуйған китаптарын биреп, балаларҙы һөйөндөрҙөләр.
Һуңынан Шәриф Бикҡол исемендәге күргәҙмә залы менән танышып, эшенә яҡшы баһа бирҙеләр, китаптар бүләк иттеләр.
Ошо әһәмиәтле сара күңелдәрҙә яҡты, йылы тойғолар ҡалдырҙы.