Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Рәсәйҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Әсәләрҙең роле һәр ваҡыт мөһим, айырыуса әлеге ваҡытта, сөнки уларға ирҙәрен, улдарын алмаштыра торған ваҡыт. Бөгөнгө сараға тап шундай ҡатын- ҡыҙҙар- махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең ҡатындары, әсәләре, өләсәләре саҡырылған ине. Фойела башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының милли биҙәүестәренән һәм моделле китапхана тарафынан матур, бай күргәҙмәләр әҙерләнгән ине. Тәмле сәй табыны артында төрлө темаларға ҡағылышлы йылы әңгәмә ҡоролдо, шаяртыуға ҡоролған уйындар уйнатылды. Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин ҡунаҡтарҙы тәбрикләп бүләктәр тапшырҙы. Яҡташыбыҙ Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы шиғыры, Азамат Муса улы көйөнә яҙылған Ильнур Ишембаев башҡарыуындағы йырҙы ҡунаҡтар яратып ҡабул итте. Мәғариф уҙаманы Рәйфә апай Ғайсина байрам менән ҡотлап, ойоштороусыларға рәхмәт әйтте, донъяларҙың тыныслығын теләп, егеттәребеҙҙең иҫән- һау әйләнеп ҡайтыуҙарына бағышлап аят уҡыны. Байрамды “Умырзая” вокал ансамбленең, Илдар Хәсәнов,Фәүриә Әбүталипова,  Гөләйшә Мифтахованың йырҙары биҙәне, әсәйҙәр дәртле бейеү көйҙәренә бейеп күңел астылар. Кисәне әсәләргә арналған презентация биҙәп барҙы. Ауыл биләмәһендә йәшәүсе барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, бәхетле тормош, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!