Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Республика көнөнә Иҫке Бәпес мәктәбе һәм моделле китапхана менән берлектә “Тыуған ерем- Башҡортостан” исемле матур әҙәби- музыкаль кисә үтте бөгөн беҙҙең мәҙәниәт йортонда. Сара Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры менән асылып китте. Алып барыусы байрам менән ҡотлап үткәс, сәхнә түренә Айгүзәл Вәлиева “Тыуған ерем- Башҡортостан” йыры менән сыҡты. Башҡортостан символдары, уларҙың авторҙары, шулай уҡ гүзәл Башҡортостаныбыҙға ҡағылышлы һорауҙарға уҡыусылар әүҙем яуап бирҙеләр.Байрамды мәғариф уҙаманы Мәрүәр Ишморатованың үҙе ижад иткән шиғырын, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңниса Камалованың ҡобайыры  байытты. Зал менән “Башҡортостан” һүҙенә яңы һүҙҙәр төҙөп уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырҙыҡ. Фәүриә Абуталипова башҡарыуындағы “Уйыл” йыры тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Нурсилә Хәсәнованың “Башҡортмон” йыры республикабыҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уятып ебәрҙе тамашасыларыбыҙҙа. Кисәбеҙҙе Илдар Хәсәновтың йыры “Башҡортостан гөлө” менән тамамлап, Башҡортостан республикаһының гимны менән ябып ҡуйҙыҡ.