Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

#Милликостюмкөнө

#Деньнациональногокостюма

Сентябрҙең икенсе йомаһы Башҡортостанда Милли кейем көнө. Үҫеп килгән быуынға мәҙәниәтебеҙҙе тапшырыу маҡсаты менән Иҫке Бәпес мәктәбе, моделле китахана  менән берлектә матур сара уҙғарылды. Төп мәҙәни ойоштороусы Ғаффарова Г.Т. башҡорт халҡының милли кейемдәре менән таныштырҙы, уларҙың үҙенсәлектәрен күрһәтте. Байрамды “Бөрлөгән ” фольклор төркөмөнөң дәртле йырҙары байытып ебәрҙе. “Шаян ҡыҙҙар” бейеү төркөмө ҡыҙҙарының ” Беләҙегем – йөҙөгөм ” бейеүе лә тамашасыларға хуш килде. Сара аҙағында күмәкләп башҡорт көйҙәренә бейенек.