Йәйҙең һуңғы көндәре булыуға ҡарамаҫтан уңған хужабикәләрҙең баҡсалары шау сәскәгә күмелгән ваҡыт. Бөгөн улар шул сәскәләрҙән матур гөлләмәләр яһап мәҙәниәт йортона сәскәләр байрамына йыйылды. Флүзә Шахморатова, Райха Ғиззәтуллина, Физәлиә Абдуллина, Айгөл Мифтахова, Ләйсән Якупова, Фирүзә Абдуллина, Рәмзиә Хәбирова, Ғәлиә Абдуллина, Венера Иштуғанова, Гөлназ Гаффароваларҙың гөлләмәләре байрам түрен биҙәне. Апайҙар менән балалар “Яланда, баҡсала, өйҙә үҫкән сәскәләр исемдәрен атау “, “Хәрефтәрҙән сәскә исемдәрен йыйыу”, “Иң оҙон сәсәкә исеменән яңы һүҙҙәр төҙөү” конкурстарында әүҙем ҡатнаштылар. Балалар кемуҙарҙан сәскә һүрәттәре төшөрҙөләр. Сәскә исемен йөрөтөүсе ҡатын- ҡыҙҙар исемен атау конкурсы ла бик ҡыҙыу барҙы. Сараны сәскә һүҙе, йә булмаһа сәскә исеме булған йырҙарҙы башҡарыу конкурсы сағыу тиеп ебәрҙе. Байрамыбыҙҙа ҡатнашыусыларыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, алдағы йылдарҙа ла баҡсаларығыҙ матур сәсәкәләр менән бай булһын, үҙегеҙ ҙә, тормошоғоҙ ҙа ошо сәсәкәләрҙәй бай, матур,сағыу булһын!