Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, таянысыбыҙ!
Донъяла барлыҡ мөғжизәләрҙең-мөғжизәһе сабый балалар. Бала кешелектең бөгөнгөһө, киләсәге һәм уның дауамы. “Ил тыныслығы ирҙә булһа, ян тыныслыгы-хатында, ил киләсәге-балала!”- тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.
Алайғыр ауылында балалар һаҡлау көнөнә “Бәхетле баласаҡ “- тигән сара үткәрелде. Байрамда уйын-ярыш бай булды. Етеҙҙәр ҡапсыҡ кейеп, өлгөрҙәр-ҡалаҡҡа йомортҡа һалып югерҙе, һиҙгерҙәр епкә эленгән уйынсык киҫеп, йырҙар йырлап, бейеүҙәр бейенек, арканда тартыштык. Балалар бүләктәр менән бүләкләнде.
Ғаиләләрегеҙ татыу, күркәм тигеҙ булһын. Балаларыгыҙҙан ауыр һүҙ ишетмәгеҙ, уларҙың мәрхәмәтлелеге, шәфкәтлелеге тормошоғоҙҙо тағын да нурландырып, биҙәп торһон!