Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru
Бөгөн – Бөтә донъя бал ҡорттары көнө!
20 май Бөтә донъя бал ҡорттары көнө тип иғлан ителгән, сөнки ҡортсолоҡҡа, умартасылыҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша ошо көндә тыуған.
Бал ҡорттары, бал тураһында халыҡ ижадында ла йыш осорай.
Мәҫәлән башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре:
1.Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда ҡуна.
2. Балы татлы, эше ҡаты.
3. Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар.
4. Балын яратһаң, ҡортон да ярат.
5. Бар сағында — бал да май, юҡ сағында — ҡаты ла мыты.
6. Барын-юғын белмәйҙер, бал теләйҙер тамағым.
7. Бала саҡ – баллы саҡ.
8. Баллы һүҙ баш әйләндерә.
9. Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе
10.Бал тәмле тип бармаҡты тешләп булмай.
Йомаҡтар:
Үҙе бәләкәй генә,
Биле нәҙекәй генә
Сәскә күрһә һөйөнә
Һутын ташып өйөнә,
Хуш еҫле кескәй йорто
Кем ул ?-тиһәң…
(бал ҡорто).
Һынамыштар:
1. Бал ҡорттары кейәне асыҡ ҡалдырһа, ҡыш йылы була.
2. Ҡыш көнө ағаста бәҫ булһа, бал уңа.
3. Бал ҡорттары иртән иртүк осмаһалар, көндөҙ ямғыр буласаҡ.
4. Умартанан туп-тура осоп сыҡһалар, көндәр аяҙға торасаҡ.
5. Бал ҡорто әйләнеп ҡайтһа, ямғыр яуа.
Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубы мәҙәни ойоштороусыһы Илдар Хәсәнов бал ҡортоноң үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә үткәрҙе.