Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Ғаилә- ул илемдең, халҡымдың киләсәге, үҫер быуындың нигеҙе. Юҡҡа ғына, ғаилә- йәмғиәттең тоташтырып тороусы бер киҫәксәһе, тип әйтмәйҙәр.
Ҡайһы ғына әҙип ошо темаға яҙмаған икән!? Шәриф Бикҡолдың төптө ғаилә тип кенә яҙған шиғырҙары юҡ. Ләкин уның мөхәббәт, тоғролоҡ, ихтирамлыҡ, тигән төшөнсәләрҙе күтәргән шиғырҙары үҙҙәре үк ғаилә, тәрбиә темаларын яҡтырта. “Баш эйәм алдарыңда”,”Әл дә һин бар әле донъяла”,”Мин йөрәгем менән ишетәм”һ.б., һ.б. бихисап әҫәрҙәре шуны иҫбатлай.
Сулпаным булып ҡалҡтың һин
Ғүмерем таңдарында :
Гүзәллек менән осраштым-
Баш эйәм алдарыңда!

Былбылдар булып тибрәндең
Күңелем талдарында:
Мөхәббәт менән осраштым-
Баш эйәм алдарыңда!

Шат саҡта ла, ҡайғыла ла
Һин булдың яндарымда:
Тоғролоҡ менән осраштым –
Баш эйәм алдарыңда!