Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Иҫке Бәпес ауыл мәҙәниәт йортонда моделле китапхана менән берлектә ғаилә көнөнә арналған  “Ғаилә тормош биҙәге” тип аталған тематик сәғәт үткәрелде. Китапханасы Алимбекова Альбина әҙерләгән китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы, унда ғаилә тормошо тураһында ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр, балалар тәрбиәләү серҙәре, олатай- өләсәйҙәр тураһында шиғыр- хикәйәләр китаптары тупланған ине. Артабан мәҙәни ойоштороусы Хәлитова Сулпан Иҫке Бәпес ауылы биләмәһендә оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүсе парҙарҙың фотоларын күрһәтеп китте. Нимә ул ғаилә, хәҙерге ваҡытта ниндәй проблемалар бар йәш ғаиләләрҙә, ата-әсә һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәр  һәм тағы төрлө темаларға йылы әңгәмә үтте.