Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Ислам донъяһында иң ҙур байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйете. Ураҙа байрамы иртәһендә күңелдәргә илаһи нур өҫтәп беҙҙе аҙан тауышы, Ҡөрьән аят-сүрәләре ҡаршы алды. Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы рухи таҙарыныуға, изгелеккә һәм ғәҙелеккә ынтылыуҙы һынландыра. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә бик яҡын, сөнки был айҙа һәр кемебеҙ тик яҡшылыҡтар эшләргә тырыша.

Йыл һайын ураҙа ғәйетендә Иҫкн Бәпес ауылының ” Нур” мәсете байрам төҫөн ала, унда кешеләр йыйылып, бер-береһен оло көн менән тәбрик итә. Унда олоһо ла, кесеһе лә килде. Изге Рамаҙан айында иман йортонда ла, ауылда ла ифтар мәжлестәре ойошторолдо.

Оло байрам уңайынан Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте башлығы ҡотлау һүҙҙәре еткереп, изге теләктәрен белдерҙе.
Сараға килеүселәр намаҙға баҫып, күңелдәргә иман нуры индерҙе. “Нур” мәсетенең имам-хатибы Рәфил хәҙрәт вәғәздәр һөйләне. Рәйфә абыстай изге теләктәрен еткерҙе.
Һуңынан дин ҡәрҙәштәр мәсет урамында ойошторолған байрам ашына рәхим итте. Тәмле күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп, байрам сәйе эсеп, аяттар уҡып, киләһе ураҙаларҙы ла күрергә насип булһын тигән ниәттә таралышты халыҡ.

Ислам донъяһында иң ҙур байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйете. Ураҙа байрамы иртәһендә күңелдәргә илаһи нур өҫтәп беҙҙе аҙан тауышы, Ҡөрьән аят-сүрәләре ҡаршы алды. Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы рухи таҙарыныуға, изгелеккә һәм ғәҙелеккә ынтылыуҙы һынландыра. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә бик яҡын, сөнки был айҙа һәр кемебеҙ тик яҡшылыҡтар эшләргә тырыша. Йыл һайын ураҙа ғәйетендә Иҫкн Бәпес ауылының ” Нур” мәсете байрам төҫөн ала, унда кешеләр йыйылып, бер-береһен оло көн менән тәбрик итә. Унда олоһо ла, кесеһе лә килде. Изге Рамаҙан айында иман йортонда ла, ауылда ла ифтар мәжлестәре ойошторолдо. Оло байрам уңайынан Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте башлығы ҡотлау һүҙҙәре еткереп, изге теләктәрен белдерҙе. Сараға килеүселәр намаҙға баҫып, күңелдәргә иман нуры индерҙе. “Нур” мәсетенең имам-хатибы Рәфил хәҙрәт вәғәздәр һөйләне. Рәйфә абыстай изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан дин ҡәрҙәштәр мәсеттә ойошторолған байрам ашына рәхим итте. Тәмле күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп, байрам сәйе эсеп, киләһе ураҙаларҙы ла күрергә насип булһын тигән ниәттә таралышты халыҡ.