“Атайсалға-изге ғәмәлдәр”
Атайсал проекты сиктәрендә Алайғыр ауылы халҡы кул, мәсет тирәләй һәм клуб алдында шыршы үҫентеләре ултыртты. Был изге эшкә ауылыбыҙҙың старостаһы Абдрахманов Тимур, Ғилманов Фәнис, Ғәйнуллин Иршат башланғыс күрһәтеп ойоштороп йөрөнөләр. Атайсалды яратыу һәр кемдең ҡанында булырға, уның булмышында ятырға тейеш.
Нәзиров Фәнзил үҙ тракторында ер һөрөп бирҙе, ир-ат соҡор эшләһә, ҡатын-ҡыҙҙар үҫентеләр ултыртып сыҡты.
Фидаиль Нәжип улының башлап ебәргән эшен ауылдаштары дауам итергә булды. Уға бағышлап мәсетебеҙҙең имам-хатибы аят та уҡыны. Ағас-тыныслыҡ символы. Тиҙҙән уҫентелэребеҙ күтәрелеп үҫеп китәр, ҡунып ҡоштар һайрар, ир-егеттәребеҙ тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырҙар. Илебеҙгә тыныслыҡ килер тигән теләктә таралыштыҡ.