Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Бөгөн шиғриәт көнөнә арнап, ауыл китапханаһында уның етәксеһе Раушания Өмөтбаева менән кисә үткәрҙек. Ҡунаҡҡа һәүәҫкәр шағир, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар берлеге ағзаһы Фәрғәт Ҡотлобаевты саҡырҙыҡ. Фәрғәт Фәрит улы балаларға бик эстәлекле итеп районыбыҙҙан сыҡҡан шағирҙар тураһында һөйләне, шиғриәттең асылы, әһәмиәте тураһында бәйән итте, нисек итеп үҙенең шиғырҙар яҙыуы тураһында туҡталды, тыуған телде белергә, яратырға, аралашырға өндәне,уларҙың үҙҙәрен дә
шиғырҙар яҙырға, ҡәләм тирбәтергә саҡырҙы.
Үҙем инде музейға йышыраҡ килергә, Шәриф Бикҡолдың ижады менән даими танышып торорға, тип сығыш яһаным.