Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Көн менән төн тигеҙләнгән көндө Нәүрүз байрамы үткәрелә. Бөгөн Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда бик күңелле булды. Нәүрүзбикә килгән ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, теләктәр әйтте. “Бөрлөгән” фольклор ансамбле “Күңелле яҙ килә” йыры менән тамашасыларҙың күңелен күтәреп ебәрҙе.

Ике командаға бүленеп балалар  милли уйындарҙа :”Ат сабышы”, “Ҡалаҡ менән йомортҡа тотоп йүгереү”, “Тоҡ кейеп йүгереү”, “Арҡан тартышыу” һәм башҡа уйындарҙа бик әүҙем ҡатнаштылар.  Хәсәнов Ильдар йырлы күстәнәсен тапшырҙы. Күңелле уйын программаһынан һуң барлыҡ ҡунаҡтар ҡоймаҡлап, баллап тәмле сәй эстеләр. Һәр бер ҡатнашыусы бүләктәр менән бүләкләнде.