Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

Әсәй… Дүрт хәрефтән торған был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ һәм күңел тойғоһо! Әсәй… Һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйөклө зат ул!
Әсәй… Уның күҙҙәре шундай мөләйем һәм яғымлы, әйтерһең бөтөн донъяның аҡылын һәм сабырлығын йыйған диңгеҙ.
Алайғыр ауыл клубында 8-се март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы кис ултырыу “Өләсәйҙәр байрамына” йыйылдыҡ. Ирмәкова Фидалия, Вәлиева Гөлсәсәк һәм “Зәйтүнгөл” коллективы үҙҙәренең йырҙары менән өләсәйҙәрҙең күңелдәрен күтәрҙеләр. Сәй табыны артында оләсәйҙәребеҙ үҙҙәренең яратҡан йырҙарын йырлап ултырҙылар.