Наҙлы яҙҙың тәүге байрамы алдынан Алайғыр клубында “Йәгеҙ әле, апайҙар!” тигән матур сара үтте. Ике командаға бүленеп ҡыҙҙар отҡорлоҡта, етеҙлектә, сослоҡта көс һынашты. Музыкаль пауза йыр, бейеү менән үрелеп барҙы. Дуҫлыҡ еңде.
Апай-инәйҙәр, һылыуҙар һеҙҙе байрам менән! Артабан да барыбыҙҙы ла дәрт-дарман ташламаһын! Донъялар имен, ил-көн тыныс, үҙебеҙ иҫән булайыҡ!