Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

8 Март ҡатын – ҡыҙҙар байрамына арналып, Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортонда ” Гүзәлдәрҙән – гүзәл ” тип исемләнгән конкурс – кисәһе булып үтте.

Кисәлә Иҫке Бәпес, Ҡарлыман һәм Алайғыр ауылының ҡатын – ҡыҙҙар  командалары ҡатнашты. Береһенән -береһе сибәр, һөйкөмлө, уңған, оҫта ҡатын – ҡыҙҙар үҙҙәренең аш – һыу әҙерләү буйынса,  һорауҙарға яуап биреүҙә отҡорлоҡтарын, музыкаль һәләттәрен, байрам менән ҡотлауҙарын, төрлө халыҡтарҙың көйҙәренә дәртле бейеүҙәр буйынса конкурста ҡатнаштылар. Оҫта ҡуллы ҡатын – ҡыҙҙарҙың ҡул эштәрен ойошторолған күргәҙмәләр күҙҙең яуын алып торҙо.

Ошондай матур кисәлә ҡатнашып Ҡарлыман мәҙәниәт йорто мәҙәни ойоштороусыһы Гөлназ Гаяз Хоҙайбирҙинаға һәм Алайғыр ауылы китапханасыһы Гөлнур Вәкил ҡыҙы Ишемғоловаға командалар ойоштороп алып килгәндәре өсөн, барлыҡ ҡатнашыусыларға әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!