Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

#Башҡортғаиләһекөнө

#ИҫкеБәпескүптармаҡлыауылклубы

1 март Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары менән осрашыу кисәһе үткәрелде.

Сәй табыны артында  башҡорт ғаиләһенә   хас йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, балаларҙы тәрбиәләү серҙәре тураһында йылы әңгәмә алып барылды. 5 балаға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырған Шаймарҙановтар ғаиләһенең башлығы, Радик Талипов исемендәге хәрби- патриотик клуб етәксеһе Рамазан Раян улы барыһын да байрам менән ҡотлап, егеттәрҙең яҡындарына изге теләктәрен еткерҙе.

Моделле китапхана менән берлектә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәренән, йолаларына ҡағышлы  китаптарҙан  күргәҙмә ойошторолдо, ауыл биләмәһендә йәшәгән күркәм ғаиләләрҙең фотоларынан презентация күрһәтелде.

Шундай батыр егеттәрҙе үҫтергән башҡорт ғаиләләрен байрам менән тәбрикләйбеҙ, сәләмәтлек, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!