Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

#Своихнебросаем

#Мывместе

#ППМИ2023

#ППМИдеревняАлайгирово

Беҙ – үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Алайғыр ауылының ир-егеттәре йыйылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарының баш иҫәнлектәренә бағышлап ҡорбан салды.
“Орҡоя” мәсетендә егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған яҡтарына, ғаиләләренә еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп мәсеттең имам-хатибы Әхәт Ишемғолов доға ҡылды, вәғәздәр әйтте. Абдрахманова Миңлегөл тәмле итеп туҡмаслы аш бешерҙе, Кәримов Роза тәмле былау менән һыйланы. Туҡмасты һәм бауырһаҡты оҫта хужабикәләребеҙ Кәримова Резеда, Ғәҙельшина Динә, Мансурова Нурсилә, Ишмуратова Гилүзә, Абдрахманова Миңлегөл әҙерләне. Инициатив төркөм Ғилманов Фәнис етәкселегендә халыҡтан аҡса йыйып, аҙыҡ-түлек, алды. Йыйылған аҡсаларҙың ҡалғанына егеттәргә кәрәк-яраҡтар һатып алғандар. Посылка әҙерләйҙәр.
Ауыл халҡы ла буш ҡул менән килмәгән мәсеткә: бәлештәр, коймаҡтар, ҡыҫтыбый һәм ҡайнатмаларҙан өҫтәл һығылып торҙо.
Ҡунаҡтарҙан: Ефремкин ауыл хакимиәте башлығы Наталья Александровна, Табын ырыуының ҡор башы, Рәсәйҙең Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Фәрғәт Ҡотлобаев, Ш.Биҡҡол музейы директоры Фәйрүза Әбҡадир ҡыҙы килде. Ҡунаҡтар ҙа һүҙ алды, рәхмәттәрен әйтеп үттеләр. Илдә барған хәл-ваҡиғаларға бер кем дә битараф ҡала алмай.
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын, изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын!