Старобабичевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ИҪКЕ БӘПЕС КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Старобабичево, ул.Садовая 3
тел. 8-937-310-45-42; e-mail: starobabsmfk@mail.ru

21 февраль- Халыҡ- ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан Иҫке Бәпес ауыл моделле китапхана менән берлектә “Тел- тере шишмә” исемле әҙәби кисә үткәрелде. Мәҙәни ойоштороусы Хәлитова С.М. был датаның барлыҡҡа килеүе һәм был датаның мөһимлеге тураһында телмәр әйтте. Китапханасы Алимбекова А.Ә. уҡыусыларҙы “Әсәм теле- миңә сәсән теле” исемле китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Уҡыусылар менән бергәләшеп “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырланыҡ, шулай уҡ “Бәйләнештә” селтәрендә сыҡҡан йыл һайын ике тел юғала барыуы, башҡорт балаларының үҙ телдәрен насар белеүҙәре тураһында видеояҙма ҡарап, шуның буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ. Кисәбеҙ һуңында республика күләмендә Халыҡ- ара туған телдәр көнөнә ойошторолған флешмобта ҡатнашып шиғырҙар уҡыныҡ. Телебеҙҙе, уның матурлығын, байлығын, нәфислеген һаҡлап ҡалайыҡ.